• Рубрики

  • Ноябрь 2020
    Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
    « Сен    
     1
    2345678
    9101112131415
    16171819202122
    23242526272829
    30  
  • Polls

    Довольны ли Вы качеством предоставляемых услуг в сфере культуры (качеством культурного обслуживания)? Оцените по 5-балльной шкале.

    Loading ... Loading ...
  • Polls

    Считаете ли Вы сохранение традиций нашего города необходимостью?

    Loading ... Loading ...
  • Polls

    Как вы оцениваете перенос Памятного знака из сквера у кинокомплекса "Октябрь"?

    Результаты опроса

    Loading ... Loading ...
  • Һалдат туғандары янына ҡайтты 2020-02-14

    Ҡанлы Бөйөк Ватан һуғышы һуғышы йылдары тамамланыуына 75 йыл үтеп бара. Һуғыш шауҡымы теймәгән бер генә ғаилә лә юҡтыр, моғайын. Яу яландарында билдәһеҙ юғалып ятып ҡалған яугирҙәрҙе эҙләү, уларҙың исемдәрен тергеҙеү буйынса эшмәкәрлек ҡала, республика, бөтә ил кимәлендә әүҙем алып барыла.
    Май айы аҙағында ҡала администрацияһы, “Газпром нефтехим Салауат” асыҡ акционер йәмғиәте ярҙамында дүрт кешенән торған делегация — ААЙ “Газпром нефтехим Салауат” советы ветераны Ғәлләмов С.А., «Аллағыуат» ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Ғәзизов М.Ф., «Мираҫ» МБУ директоры Сафиканов Р.Р., запастағы полковник Зөбәйеров Р. М. – Волгоград өлкәһенә барып ҡайттылар.
    Бәләкәй Аллағыуаттан Зөбәйеров Фәсхетдин Сәләхетдин улы, Кожак ауылынан Сафонов Владимир Александр улы билдәһеҙ юғалған тип һаналалар ине. 2018 йылда ғына уларҙың ҡайҙа һәләк булғандары, ерләнгән ҡәберлектәре билгеле булды.
    Зөбәйеров Фәсхетдин 1941 йылда һуғышҡа алына, Өфөлә ойошторолған 214-се уҡсылар дивизияһы сафында хеҙмәт итә. 1942 йылдың ноябрь айында ҡатыны Хәҙисә Бәхтийәр ҡыҙына: “Ирегеҙ Зөбәйеров Фәсхетдин Сәләхетдин улы билдәһеҙ юғалды,” — тигән хәбәр килә.
    77 йыл ғаиләһе хәүефле билдәһеҙлектә йәшәй: штраф ротаһына эләктеме икән, әллә пленға эләктеме икән… асыҡ түгел.
    Зөбәйеров Рәфҡәт Мөхтәр улы, Салауат военкоматы хеҙмәткәре, запастағы полковник, ысынбырлыҡты табырға, ағаһының үлгән ерен, ҡайҙа ерләнгәнен асыҡларға тырышып, күп йылдар эҙәрмәнлек эше алып бара; ғаиләгә юғалған документтарын тергеҙеү, пенсия юллау буйынса ла ныҡ ярҙам итә. Ниһәйәт, Татарстандан эҙәрмәнлек эше алып барған Лилиә Аҡтуғанова, документаль яҙмаларға таянып, Волгоград өлкәһендәге туғандар ҡәберлегендә Сталинград янында барған һуғышта һәләк булған яугирҙәрҙең исемлеге теркәлгән стелала сығышы менән Башҡортостан ауылдарынан булған һуғышсылар исемдәре, таныш фамилиялар барлығы тураһында хәбәр итә. «Аллағыуат» ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Ғәзизов М.Ф., Волгоград өлкәһе Паньшино ауыл советы менән хат аша хәбәрләшеп, яҡташтары ерләнгән туғандар ҡәберлегенә барыу ваҡытын билдәләйҙәр.
    Шулай итеп, Салауат ҡалаһынан дүрт кешенән торған делегация 2019 йылдың май аҙағында Волгоград өлкәһендә һуғыш яланында һәләк булған ерҙәштәре Зөбәйеров Фәсхетдин, Сафонов Владимир исемдәре теркәлгән Туғандар ҡәберлегендә булдылар, сәскәләр һалдылар. Үҙҙәре менән тыуған тупраҡты алып барып һалып, тыуғандар ҡәберлегенән ер алып ҡайттылар.
    Урындағы һуғыш ветераны һөйләүе буйынса, бик ҡаты һуғыштар барған был ерҙәр, Волгоград өлкәһендәге Паньшино ауылы, фронттың сиге булған. Был сиктән ары беҙҙең һалдаттар дошманды үткәрмәгәндәр. Алыш һәр бер ҡалҡыулыҡ, һәр бер ҡолас ер өсөн барған. Ошо ҡаты һуғышта беҙҙең күп һалдаттар ятып ҡалған…
    Июнь айында Юрматы ере Мемориаль комплексында үткәрелгән тантаналы митингта Туғандар ҡәберлегенән алып ҡайтҡан ер Зөбәйеров Фәсхетдин Сәләхетдин улының берҙән-бер ҡыҙы Нурия Фәсхетдин ҡыҙы Хәмитоваға(Зөбәйерова) тапшырылды. 89 йәшлек Нурия Фәсхетдин ҡыҙы, күҙ йәштәре аша, оҙаҡ йылдар эҙәрмәнлек эше алып барған, атаһының ерләнгән ҡәберлеген табыуға күп көс һалған Зөбәйеров Рәфҡәт Мөхтәр улына, Туғандар ҡәберлеген табыусы Аҡтуғанова Лилиә Мөнир ҡыҙына, Волгоград өлкәһендәге Туғандар ҡәберлегенә барыуҙы ойоштороусы комбинаттың ветерандар советы рәйесе Рәхимғолов Миҙхәт Ғәйфулла улына, Ғәзизов Муса Фаяз улына һәм башҡаларға оло рәхмәтен белдерҙе.
    Нурия Фәсхетдин ҡыҙы ерҙең бер өлөшөн — үҙ ҡулдары менән Юрматы ере Мемориаль комплексындағы атаһы исеме яҙылған үҙәк стелаға һипте. Икенсе өлөшө Кожак ауылына — Сафонов Владимир Александр (уның туғандары ҡалмаған инде) ауылы арналған стелаға һибелде.
    Тыуған-яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре менән үткәрелгән әңгәмә ваҡытында Нурия апай былай тине: ”Минең күптәнге хыялым – атайымдың һәләк булған ерен, ерләнгән урынын табыу теләге – тормошҡа ашты. Әммә минең тағы ла бер алдыма ҡуйған маҡсатым, уйым бар ине: үҙем иҫән саҡта атайым менән әсәйемде осораштырыу теләге.
    Балаларым, ейәндәрем менән бергәләп әсәйемдең ҡәберен барып ҡарағас, яңы рәшәткәләр ҡуйҙыҡ. Әсәйем Хәҙисә Бәхтийәр ҡыҙы менән атайым Фәсхетдин Сәләхетдин улының рәсемдәрен ярыш ҡуйып, памятник (ҡәбер ташы) эшләттек. Волгоград өлкәһенән алып ҡайтылған ерҙе ҡәбергә һалдыҡ. Шулай итеп, алыҫ Волгоград ерҙәрҙән алып ҡайтҡан тупраҡ ярҙамында атайым менән әсәйем, ниһәйәт, мәңгелеккә берләштеләр. Хәҙер инде минең күңелем тынысланды: атайым тыуған еренә ҡайтып ятты”.
    ♨♨♨♨
    Публикация осуществляется на башкирском языке в рамках года башкирского языка в Республике Башкортостан.
    Фотографии: Губин А.А.
    Опубликовать в Facebook
    Опубликовать в Google Buzz
    Опубликовать в Google Plus
    Опубликовать в LiveJournal
    Опубликовать в Мой Мир
    Опубликовать в Одноклассники
    Опубликовать в Яндекс

    Обсуждение закрыто.

  • Polls

    Довольны ли Вы качеством предоставляемых услуг в сфере культуры (качеством культурного обслуживания)? Оцените по 5-балльной шкале.

    Loading ... Loading ...